“АЛЕКСЕЕВКА” совхозы, ДУАХП. БР, РФ‑тың эре теплица хужалыҡтарының береһе. Өфө р‑нында урынлашҡан, үҙәге — Алексеевка ауылы. “А.” составына теплица комб‑ты, йәшелсәләрҙе ҡабул итеү, һаҡлау һәм ҡаптарға һалыу комплексы, һөтсөлөк‑тоҡомсолоҡ фермаһы, сусҡасылыҡ комплексы; һөт эшкәртеү, сусҡа ите етештереү, макарон һ.б. цехтар; био-, агрохимия лаб., иңкештәр лаб. һ.б. инә. Фирма магазиндары селтәре, сауҙа үҙәге, мәҙәниәт йорто, тирмәне, пекарняһы һ.б. бар. 2010 й. 1407 кеше эшләгән. Һөрөнтө ерҙәр майҙаны — 3895 га; теплица комб‑тыныҡы — 35,4 га. 18156 т йәшелсә етештерелгән, ш. иҫ. ябыҡ грунтта — 13667, асыҡ грунтта — 4489; картуф — 3200, иген культуралары — 62343 т. Һыйыр малы һаны — 1854 баш (ш. иҫ. 854 һыйыр), сусҡа — 1500; бер һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 8260 кг; йәш һыйыр малының уртаса тәүлек артымы — 870 г, сусҡаларҙыҡы — 200—300 г. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

1990 й. “Өфө” с‑зының теплица комб‑ты нигеҙендә ойошторола, 1998 й. хәҙ. статусын ала. 90‑сы йй. хужалыҡта томатты сорттарға айырыу механизациялана һәм һуған һаҡлағыста бөтә технологик процестар автоматлаштырыла, 1998 й. 7 га теплица тамсы ысулы м‑н һуғарыуға күсерелә, 7,5 га теплицала БР‑ҙа тәүге тапҡыр үҫемлектәрҙе өҫтәмә яҡтыртыу өсөн яңы система ҡулланыла. “А.” продукцияһы Мәскәүҙә (2001, 2002, 2003), Өфөлә (2004) үткән халыҡ-ара һәм Рәсәй агрокүргәҙмәләрендә алтын, көмөш, бронза миҙалдар һәм дипломдар м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Д.М.Шәрәфетдинов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018