КОРСУНСКИЙ Владимир Борисович (1911 й. июне, Елисаветград ҡ. — ?), инженер‑технолог. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлаған (1937). 1928 й. алып Үҙәк район металлургия тресында, 1930—31 йй. Бөтә Рәсәй металлургия сәнәғәте берекмәһендә (икеһе лә — Мәскәү) эшләй. 1938—40 йй. И.В.Сталин ис. Батуми з‑дының, 1943—53 йй. Өфө НЭЗ‑ының баш инженеры—дир. урынбаҫары. К. ҡатнашлығында СССР‑ҙа тәүге тапҡыр фосфор катализаторын етештереү технологияһы эшләнгән. Сталин пр. лауреаты (1949). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948), “Почёт Билдәһе” (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Винкельман А.П., Сорина Р.М. Ветеран башкирской нефтепереработки. Уфа, 1968.

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Илл.: В.Б.Корсунский

 

Текст на русском языке