КРАЙЗЕЛЬБУРД Леонид Петрович (5.12.1899, Бессарабия губ. Сороки ҡ. — 15.10.1965, Өфө), уролог. Мед. ф. д‑ры (1949), проф. (1951). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1964). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1957). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Одесса мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1924) Киев, Одесса, Кривой Рог, Железноводск, Архангельск ҡҡ. эшләй. 1941—45 йй. Карел, 1‑се Алыҫ Көнсығыш фронттары госпиталь базаһының баш урологы. 1946 й. алып БДМИ‑ла (1951 й. алып урология курсы мөдире), бер үк ваҡытта 1958 й. тиклем Респ. клиник дауаханаһының бүлек мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге урология ауырыуҙарын, атыу ҡоралынан кесе янбаш йәрәхәтләнгәндә ағзалар зарарланыуын диагностикалау, дауалау ысулдарын өйрәнеүгә һәм камиллаштырыуға арналған. К. тарафынан “Янғантау” шифаханаһының дауалау факторҙары тикшерелә, бәүел‑енес системаһы туберкулёзы м‑н ауырығандарҙы шифахана шарттарында ҡымыҙ ҡулланып комплекслы дауалау ысулы эшләнә. К. ҡатнашлығында Респ. клиник дауаханаһында “яһалма бөйөр” бүлеге, “Шафран” һәм “Глуховская” шифаханаларында фтизиоурология бүлексәләре асыла. Урологтарҙың Башҡ‑н фәнни мед. йәмғиәте рәйесе (1955 й. алып). 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Клинико‑рентгенологическая диагностика урологических заболеваний. Уфа, 1962; Туберкулёз мочеполовой системы. Уфа, 1964.

А.У.Кинйәбулатов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке