КРАВЧУК Игорь Александрович (13.9.1966, Өфө), спортсы. Шайбалы хоккей б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1987), СССР‑ҙың атҡ. спорт мастеры (1988). “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.И.Воробьёв). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы (1983 й. алып), Үҙәк армия спорт клубы (1987 й. алып) командаларында, Милли хоккей лигаһы клубтарында (Канада, 1992—2003) уйнай. Олимпия уйындары чемп. (1988, 1992), көмөш (1998) һәм бронза (2002) призёры. Донъя (1990), Европа (1991), СССР (1988—89) чемп., Европа чемпиондары (1987— 88), СССР (1988) Кубоктарын яулаусы, донъя чемпионатының бронза призёры (1991), “Известия” (“Хәбәрҙәр”) гәз. приздарына халыҡ‑ара турнирҙар еңеүсеһе (1988—90). Йәштәр араһында донъя (1986) һәм үҫмер спортсылар араһында Европа (1984) чемпионы. Үҫмерҙәр араһында СССР (1983), РСФСР халыҡтары спартакиадаһы (1981) чемпионы. СССР (1984 й. алып), БДБ (1992), Рәсәй (1993—2002) йыйылма командалары ағзаһы. Почёт орд. м‑н бүләкләнгән (2011).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке