КӨШӨЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Тәкәрлек а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 8 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 125 км алыҫлыҡта Кеүәш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 978 кеше; 1920 — 1070; 1939 — 843; 1959 — 504; 1989 — 343; 2002 — 373; 2010 — 407 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1762 й. һәм 1784 й. араһында Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ даруғаның Иванай а. типтәрҙәре нигеҙ һала. 1784 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында мишәрҙәр килеп ултыра. 19 б. башында Иҫке Кеүәш (Йөнтирәк) а. барлыҡҡа килгәндән һуң, Иҫке Кеүәш (Көшөл) булараҡ иҫәпкә алынған. 1795 й. 150 кеше йәшәгән, 1865 й. 90 йортта — 557 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 19 б. аҙағынан хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. Ауыл эргәһендә Көшөл ҡәберлеге урынлашҡан.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке