КОРРОЗИЯ ИНГИБИТОРҘАРЫ, төрлө окисландырыусылар тәьҫиренән металл атомдарының ион хәленә күсеүенең (был металдарҙың кристаллик рәшәткәһенең емерелеүенә килтерә) тиҙлеген кәметеүсе матдәләр. Шартлы рәүештә К.и. адсорбцияланыусыларға (металдарҙы коррозия ваҡытындағы электрод процестарының кинетикаһына тәьҫир итеп һаҡлау) һәм пассивлаштырыусыларға (металдың өҫкө йөҙөндә металды пассив хәлгә күсереүсе оксид, гидроксид һ.б. плёнкаларҙың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә); анодлы (эретмәлә электрохимик окисланыуҙы тотҡарлай), катодлы (катодта электрохимик процестың тиҙлеген кәметә) һәм ҡатнаштарға (анод һәм катод процестарҙы яйлата) бүленә. Кислоталы (газ, нефть сығарыу һәм газ, нефть эшкәртеү сәнәғәттәренең ҡорамалдарын, ш. уҡ үткәргес торбаларҙы, ҡоролмаларҙы к‑та м‑н эшкәртеү һәм металл изделиеларҙың өҫкө йөҙөн таҙартыу ваҡытында уларҙы һаҡлау) һәм һелтеле (металдарҙы һелте м‑н эшкәрткән ваҡытта, йыуыусы матдәләр составында, һелтеле химик ток сығанаҡтарының үҙенән‑үҙе зарядланыуын кәметеү, парға әйләндереү ҡоролмаларын һаҡлау өсөн ҡулланалар), нейтраль мөхиттәр өсөн (һыуытыу һәм сәнәғәттә һыу менән тәьмин итеү системаларын, судноларҙа һәм йөҙөп йөрөгән доктарҙағы диңгеҙ һыуын балласт итеп файҙаланыу өсөн тәғәйенләнгән һыйышлыҡтарҙы һаҡлай, металл изделиеларҙы һаҡлау һәм ташыу ваҡытында коррозияны булдырмай) К.и. айырыла. К.и. сифатында ғәҙәттә структураһында алкилға урын алмаштырыусы азот, кислород һәм көкөртлө берләшмәләрҙе файҙаланалар. Башҡортостанда К.и. табыу һәм ҡулланыу б‑са тәүге тикшеренеүҙәр 20 б. 40‑сы йй. аҙ. — 50‑се йй. башында ӨНИ‑лә И.А.Шабалин етәкс. башлана. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда 50‑се йй. аҙ. Ә.К.Ефимова етәкс. ИКБ‑1 маркалы беренсе ингибитор (Башҡортостан К.и.) — Башҡортостанда сығарылған юғары көкөртлө нефттәрҙең айырым фракцияларынан алынған азот берләшмәләре (аминдар, хинолиндар, амидтар, имидозолиндар һ.б.) концентраты уйлап табыла. 1962—64 йй. нефтехимия һәм нефть эшкәртеү продукттары нигеҙендә К.и. (ИКБ‑2, ИКБ‑4 маркалы) синтезлана, 70—90‑сы йй. В.Н.Өмөтбаев етәкс. ИКБ, ИНКОР БН һ.б. сериялағы яңы К.и. уйлап табыла. “БашНИПИнефть” ин‑тында О.М.Йосопов, А.Р.Марин етәкс. металдарҙы һаҡлау проблемаларын тикшереү үткәрелә, респ. пр‑тиелары м‑н берлектә К.и. һәм бактерицидтар, ш. иҫ. скважиналарға углекислотаны ҡыуҙырып индергән, уларҙы тоҙ к‑таһы м‑н эшкәрткән ваҡытта ҡорос ҡорамалдарҙы һаҡлаусылар, уйлап табыла (А.В.Ғилметдинов, Марин, Р.Х.Хәзипов һ.б.). 60—80‑се йй. Сәнәғәт төҙөлөшө ҒТИ‑нда (Өфө) тимер-бетондың ҡорос арматураһы өсөн фосфатлы К.и. уйлап табыла һәм етештереүгә индерелә (Л.Ф.Балакирева, И.А.Нестеровская, Л.А.Яковлева һ.б.). 80—90‑сы йй. ӨДНТУ‑ла үтә агрессив коррозион мөхиттәрҙә металды һаҡлау өсөн нефтехимия производствоһы ярымфабрикаттары нигеҙендә Реакор һәм ӨНИ серияһындағы К.и. уйлап табыла, уларҙы илдең пр‑тиеларында күп тоннажлы сығарыу ойошторола (Д.Е.Бугай, А.И.Ғәбитов, Д.Л.Рахманҡолов). 1996—97 йй. “Азимут” ҒПП‑нда (Өфө) ҡатламдарҙағы баҫымды төшөрмәй тотоу, көкөртлө водородлы нефттәрҙе йыйыу һәм әҙерләү, һыуҙы минераллаштырыу өсөн көкөртлө водородлы коррозия һәм өҫкө йөҙҙөң водородланып боҙолоуының ИСВК‑1 маркалы ингибиторы уйлап сығарыла. 50‑се йй. аҙ. Өфө НЭЗ‑ында ИКБ‑1 ингибиторының сәнәғәт һынауҙары үткәрелә, 60‑сы йй. башынан Ишембай НЭЗ‑ында уны сығарыу башлана (ҡара: Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводы). ИКБ‑2, ИКБ‑4, И‑1А, И‑1В маркалы К.и. нефть промыслаларындағы тәүге сәнәғәт һынауҙарын “БашНИПИнефть” ин‑ты хеҙм‑рҙәре (А.Ә.Кәлимуллин, К.Р.Низамов, Ю.Г.Рождественский һ.б.) үткәрә. 1963 й. алып респ. нефть эшкәртеү з‑дтарында СССР‑ҙа тәүгеләрҙән нефть ҡыуыу ҡоролмаларының конденсациялау-һыуытыу ҡорамалдарын һаҡлау өсөн ИКБ‑1 маркалы К.и. ҡуллана башлайҙар. 60‑сы йй. ИКБ‑4 “В” (һыуҙа эреүсән) һәм ИКБ‑4 “Н” (нефттә эреүсән) ингибиторҙарын тәж.-сәнәғәт күләмендә етештереү Баш‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑ның тәжрибә з‑дында (ҡара: Өфө аҙ күләмле нефть химияһы производстволарының тәжрибә заводы) һәм КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында (ҡара: “Уфанефтехим”) ойошторола. 70‑се йй. башында Салауат нефтехимия комб‑тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) ИКБ‑2 етештереү б‑са тәүге ҡоролма төҙөлә. 1974 й. ш. уҡ ИКБ‑4 маркалы К.и. (юғары молекуляр синтетик май к‑таларының куб ҡалдыҡтары тоҙҙары һәм уларҙың моноэтаноламиндар м‑н сығарылмалары) сығарыу б‑са ҡоролма файҙаланыуға тапшырыла, улар респ. нефть эшкәртеү з‑дтарын һыу м‑н тәьмин итеүҙең әйләнешле системаларында, нефтте сығарыу һәм эшкәртеү про- цестарында файҙаланыла, ш. уҡ “Альметьевнефть” (ТР) һәм “Чекмагушнефть” НГДУ‑ларында киң ҡулланыла. 1987 й. башлап “Каустик” ААЙ‑нда Р.Н.Заһиҙуллин, З.Ғ.Рәсүлев һ.б. ҡатнашлығында Викор‑1, Олазол, Викор‑2, 1989 й. — Виказол, Викор‑1А, Нефтехим‑1, Нефтехим‑3, 1998 й. — Азимут‑14, Азимут‑14‑А, Азимут‑14‑Б, 2003 й. — Викор маркалы К.и. сығарыу яйға һалына. 1993 й. алып “Авангард” пр‑тиеһы Минкор‑3 маркалы К.и., 1990—2005 йй. “Минудобрения” ААЙ — ВФИКС‑82, Азери, ИКБ‑4 АФЭ маркалы К.и. сығара. 90‑сы йй. башлап Нефтехим сериялы К.и. һәм Бактерицид 3Б маркалы биокоррозия ингибиторын БР ФА‑ның Тәжрибә заводы, ПИК, ИНПАР маркалы К.и. — Нефтехим тәжрибә заводы, Биоцид маркалы биокоррозия ингибиторҙарын, ЛПЭ сериялы бактерицидтарҙы — “Технолог” ҒПБ етештерә.

Әҙәб.: Гоник А.А. Сероводородная коррозия и меры её предупреждения. М., 1966; Ефимова А.К., Шатунова А.М. Ингибиторы коррозии конденсационно‑холодильной аппаратуры АВТ. Уфа, 1966; Ингибиторы коррозии: в 4 т. /под ред. Д.Л.Рахманкулова. Уфа, 1997—2007.

А.И.Ғәбитов, Д.Л.Рахманҡолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке