КӨТӨҮСЕ МУҠСАҺЫ (Capsella), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 5 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ябай К.м. үҫә. Бер йәки ике йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ябай йәки тармаҡлы, бейеклеге 5—40 см. Аҫҡы япраҡтары һаплы, оҙонса‑ланцет формаһында, ҡауырһын бүлемле, тамыр яны розеткаһында ҡайһы берҙә шыма ситле йәки уйымлы‑киртләсле, һабаҡ япраҡтары ултырма, төбө янында уҡ рәүешле, бөтөн йәки уйымлы‑киртләсле. Сәскәһе ваҡ, аҡ төҫтә, ҡалҡан һымаҡ сәскәлектәргә йыйылған. Апр.—сент. сәскә ата. Емеше — пәрҙәле өсмөйөш бәләкәй ҡуҙаҡ, июнь—окт. өлгөрә. Баҫыуҙарҙа, болондарҙа, ташландыҡ ерҙәрҙә, ҡалдауҙарҙа, торлаҡ янында, юл ситтәрендә үҫә, респ. бөтә терр‑яһында таралған. Дарыу, ашарға яраҡлы, ҡый үләне.

Ғ.М.Фазылова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке