КОРРЕКЦИЯ ПЕДАГОГИКАҺЫ, махсус  педагогика, педагогиканың психофизик үҫешендә төрлө кәмселектәре булған балаларҙы тәрбиәләү һәм уҡытыу проблемаларын өйрәнеүсе өлкәһе. К.п. бурыстары: үҫеш кәмселектәре булған балаларҙы асыҡлау; коррекциялауҙың оптималь юлдарын билдәләү, кәмселектәрен компенсациялау, шәхси коррекциялау программаһын эшләү өсөн баланы психологик‑пед. яҡтан өйрәнеү; оҡшаш хәлдәргә ҡарата дифференциациялаусы диагностика (коррекция мәктәптәрен комплектлау өсөн үҫеш кәмселектәре типтары б‑са айырыу); ярашлы психодиагностик методикалар эшләү; интеграцияның һәм интеграциялы уҡытыуҙың психологик-пед. проблемаларын өйрәнеү. К.п. барлыҡҡа килеүе дефектология (физик һәм психик етешһеҙлектәре булған балаларҙың үҫеш ҡанундары һәм үҙенсәлектәре т‑дағы фән) сиктәрендә бара.

К.п. йүнәлештәре: сурдопедагогика (ишетеү һәләте боҙолған: бөтөнләй һаңғырау, бер аҙ һаңғырау һәм һуң һаңғырауланған балаларҙы тәрбиәләү, белем биреү һәм уҡытыу т‑дағы фән), тифлопедагогика (күреү һәләте боҙолған: һуҡыр, насар күргән, ҡылый күҙле, амблиопиялы), олигофренопедагогика (аҡыл зәғифлеге), логопедия (телмәр кәмселектәре), терәк-хәрәкәт аппараты, эмоция-ихтыяр өлкәһе функцияларындағы кәмселектәре булған, психик үҫеше тотҡарланған, ҡатмарлы кәмселектәре булған кешеләргә ҡулланылыусы педагогика һ.б. Махсус уҡытыуҙың йөкмәткеһен, методтарын һәм ойоштороу формаларын эшләй, баланы социалләштереүгә, психик үҫешендәге тайпылыштарҙы иҫкәртеүгә һәм төҙәтеүгә йүнәлтелгән.

Башҡортостанда белем биреү системаһының психофизик үҫешендә кәмселектәре булған балалар м‑н эшләгән пед. кадрҙарға ихтыяжын һәм талаптарын өйрәнеү, ғилми‑методик хәл итеүҙе талап иткән көнүҙәк йөкмәткеле, методик, ойоштороу‑идара итеү проблемаларын асыҡлау, мәғариф хеҙм‑рҙәрен “логопедия”, “олигофренопедагогика”, “сурдопедагогика”, “махсус психология”, “тифлопедагогика” йүнәлештәре б‑са әҙерләү һәм белемен күтәреү м‑н Педагогика университетының һәм Мәғарифты үҫтереү институтының махсус пед. һәм психология каф. белгестәре Э.Н.Абуталипова, Р.Ғ.Аслаева, Г.Х.Йосопова, Р.М.Солтанова, А.Ф. һәм В.Я.Сәйетхановтар, Р.И.Туҡтарова һ.б. шөғөлләнә.

Р.Ғ.Аслаева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке