КОРРЕКЦИЯ МӘКТӘПТӘРЕ, психофизик үҫеше боҙолған балалар өсөн махсус белем биреү учреждениелары. Балаларҙың йәмғиәткә яраҡлаша алмауын иҫкәртеү, уларҙың сәләмәтлеге боҙолоуын һәм үҫешендәге тайпылыштарҙы төҙәтеү, мәктәпкә тиклемге үҫешендәге һәм мәктәптең тәүге осоронда уҡытыуҙағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү, уҡыусыларҙың уҡыу фәндәрен үҙләштереүе м‑н бәйле ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу мөмкинлеген тәьмин иткән пед. процесты ойоштороу маҡсатында булдырылалар (ҡара: Коррекция педагогикаһы). РФ Хөкүмәтенең “Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар, тәрбиәләнеүселәр өсөн махсус (коррекция) белем биреү учреждениеһы хаҡындағы типовой положениены раҫлау тураһында” ҡарарына (1997 й. 12 марты) һәм РФ Мәғариф министрлығының “I—VIII төр махсус (коррекция) учреждениелар эшмәкәрлегенең спецификаһы тураһында” хатына (1997 й. 4 сент.) ярашлы эш итәләр. РФ Мәғариф һәм фән министрлығы, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағында булалар. К.м. белемдең йөкмәткеһе балаларҙың психофизик үҫеше үҙенсәлектәрен һәм индивидуаль мөмкинлектәрен иҫәпкә алып эшләнгән уҡытыу программаһы м‑н билдәләнә. Балаларҙы К.м. ебәреү мәғарифҡа идара итеү органдары тарафынан ата-әсәләр йәки законлы вәкилдәр ризалығы м‑н һәм психологик, мед., пед. комиссия һығымтаһы б‑са тормошҡа ашырыла. Махсус (коррекция) башланғыс мәктәп-балалар баҡсаларына, мәктәптәргә һәм мәктәп-интернаттарға бүленәләр. К.м. 8 төрө бар: һаңғырауҙар өсөн; насар ишетеүселәр һәм һуң һаңғырауланғандар өсөн; һуҡырҙар өсөн; насар күреүселәр һәм һуң һуҡырайғандар өсөн; телмәрендә ауыр боҙоҡлоҡтар булғандар өсөн; терәк-хәрәкәт аппараты кәмселектәре булғандар өсөн; психик үҫеше тотҡарланғандар өсөн; аҡылға зәғиф балалар өсөн. Шулай уҡ һиҙеү ағзалары етешһеҙлектәре булғандар өсөн, аҡылға зәғиф һуҡыр балалар өсөн, тәртибендә тайпылыштар булған аҡылға зәғиф балалар өсөн һ.б. мәктәптәр бар; телмәр үҫеше боҙолған балаларға ярҙам күрһәтеү өсөн дөйөм белем биреү мәктәптәрендә логопедик пункттар эшләй. К.м., учреждениеның төрөнә ҡарап, дөйөм мәктәпкәсә, дөйөм башланғыс, дөйөм төп, дөйөм урта (тулы) һәм башланғыс проф. белем биреү программалары тормошҡа ашырыла. Дәүләт аккредитацияһына эйә К.м. тамамлаусылар белем һәм (йәки) квалификация кимәле т‑да дәүләт өлгөһөндәге документ йәки был мәктәпте тамамлау т‑да таныҡлыҡ ала.

Өфө мәктәп-интернаты №30 Башҡортостанда тәүге К.м. береһе була. ХКС‑тың “Һаңғырау‑телһеҙ, һуҡыр һәм аҡылға зәғиф балалар һәм үҫмерҙәр өсөн учреждениелар тураһында” ҡарары (1926) м‑н махсус мәктәптәрҙең төрҙәре һәм был мәктәп уҡытыусыларының хоҡуҡи хәле билдәләнә; ХКС‑тың “РСФСР‑ҙа дөйөм мәжбүри уҡытыуҙы индереү тәртибе тураһында” ҡарары (1927) нигеҙендә “Физик кәмселекле, аҡылға зәғиф һәм телмәр етешһеҙлектәренән яфаланған (логопат) балалар һәм үҫмерҙәрҙе дөйөм мәжбүри уҡытыуҙы индереү тураһында” (1931) бойороҡ сыға. 1940 й. 21 К.м. (1385 уҡыусы) эшләй. К.м. нигеҙҙә башланғыс, аҙ комплектлы була. 50‑се йй. аҙ. — 60‑сы йй. К.м. 8 йыллыҡ уҡытыуға күсерелә, 30—40 уҡыусылы ҡайһы бер аҙ комплектлы К.м. ябыла, һәр мәктәптә уҡыусыларҙың һаны 150—200 кешегә еткерелә, ҡайһы бер мәктәптәр башҡа тип мәктәптәргә үҙгәртеп ҡорола. 1958 й. респ. 19 К.м. (1685 уҡыусы), ш. иҫ. һаңғырау-телһеҙҙәр өсөн — 10, һуҡырҙар өсөн — 3, аҡылға зәғифтәр өсөн — 5 һәм насар ишетеүсе балалар өсөн 1 мәктәп эшләй; 1990 й. — 33 (5537 уҡыусы), 2010 й. — 37 (4187 уҡыусы): психик үҫешендә тотҡарлыҡтар булған уҡыусылар өсөн — 3, күҙе зәғифтәр (һуҡырҙар һәм насар күреүселәр) өсөн — 2, телмәре боҙолғандар өсөн — 1, терәкхәрәкәт етешһеҙлектәре булғандар өсөн — 1, ишетеү һәләте боҙолғандар (һаңғырауҙар һәм насар ишетеүселәр) өсөн — 5, аҡылға зәғиф булғандар өсөн — 25. Урта белемде һуҡыр һәм насар күреүсе балалар Өфөнөң 28‑се махсус (коррекция) мәктәп‑интернатында, терәк‑хәрәкәт аппараты боҙолғандар — Өфөнөң 13‑сө махсус (коррекция) мәктәп‑интернатында, ишетеү һәләте боҙолғандар — Баҡалы махсус (коррекция) мәктәп‑интернатында, Өфө махсус (коррекция) мәктәп‑интернатында алырға мөмкин.

Әҙәб.: Мустафина Ф.Х. Расцвет народного образования в Башкирской АССР. Уфа, 1968.

Р.Ғ.Аслаева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Текст на русском языке