КӨТӨҮ ЯҢЫРТЫУ, а.х. малдарын үрсетеү һәм йәш мал үҫтереү юлы м‑н тергеҙеү һәм арттырыу процесы. Ябай (көтөүҙәге мал һаны үҙгәрешһеҙ ҡала) һәм киңәйтелгән (көтөүҙәге мал һаны йыл һайын арта) К.я. айырыла. К.я. ваҡытында малдың тоҡом һәм етештереү сифаттарын яҡшыртыу ҡарала. К.я. темптары малдың һәр төрөнөң биол. үҙенсәлектәре — үрсемлелеге, енси һәм хужалыҡ йәһәтенән өлгөрөү ваҡыты; етештереүҙең зоотехник һәм иҡт. факторҙары — малды хужалыҡ өсөн файҙаланыу дауамлылығы, йәш малды һатыу йәше, йәш үрсем малын үҫтереү һәм инә малды бракка сығарыу ваҡыты һ.б. м‑н билдәләнә. К.я. ш. уҡ мал аҙығы м‑н тәьмин ителеүгә, көтөү структураһына, ауыл хужалығы малдарын ашатыуға һәм үҫтереү технологияларына һ.б. бәйле. Көтөү структураһы йыл башына малдарҙың продуктлылығы йүнәлешен, хужалыҡтар тәғәйенләнешен (тауар, тоҡом), үрсетеү зонаһын һ.б. иҫәпкә алып билдәләнә. К.я. тотороҡлолоғо малдарҙы яһалма ҡасырыу йәки ҡушыуҙы һәм йәш үрсем малын үҫтереүҙе дөрөҫ ойоштороу ярҙамында өлгәшелә. К.я. характеры б‑са көтөүҙең тамамланған һәм тамамланмаған әйләнеше булған хужалыҡтарҙы айырып йөрөтәләр. К.я. кимәле йылына 100 инә малға иҫәпләнгән үрсем алыу м‑н билдәләнә.

Башҡортостан тоҡомсолоҡ хужалыҡтарында 100 инә малға 85—95 быҙау, 1200—1580 сусҡа балаһы (2 тапҡыр балалағанда), 95—105 һарыҡ бәрәсе, 56—70 ҡолон алына. Һыйыр малы көтөүе структураһында түбәндәге енес‑йәш төркөмдәре айырыла: етештергән үгеҙҙәр, һыйырҙар, таналар, башмаҡтар, йәш үрсем малы һәм үтә үрсемле йәш мал. Көтөүҙең тамамланған әйләнеше булған хужалыҡтарҙа малдың бөтә енес‑йәш төркөмдәре була. Махсуслашҡан хужалыҡтарҙа ҡайһы бер төркөмдәр булмай. Ошоға бәйле һөт йүнәлешле тауар хужалыҡтарында һыйырҙар өлөшө — 45—50%, ит йүнәлешле тауар хужалыҡтарында 30—40% тәшкил итә. Көтөүҙе үҙ ваҡытында яңыртыу өсөн йылына 30—35% һыйырҙы бракка сығарыу кәңәш ителә. Ябай К.я. булғанда һәр 100 һыйырға нисә һыйыр бракка сығарылған, шунса тана индерелә; киңәйтелгән К.я. — 2—3%‑ҡа күберәк. К.я. өсөн тәғәйенләнгән йәш малды тоҡом ядроһына ингән инә малдарҙан алалар. Ябай К.я. осрағында тоҡом ядроһына көтөүҙең иң яҡшы инә малдарының яҡынса 50%‑ы, киңәйтелгән К.я. — 70%‑ҡа тиклеме бүленә. Респ. хужалыҡтарында таналарҙы 18—20 айлыҡ сағында тере ауырлығы кәмендә 320 кг еткән осраҡта яһалма ҡасыралар йәки ҡушалар, тоҡом үгеҙҙәрен тере ауырлығы 450—500 кг еткән осраҡта ҡушыуға сығаралар. Быҙаулыҡ дауамлылығы уртаса 285 көн. Һыйырҙарҙы К.я. өсөн файҙаланыу ваҡыты уртаса 8 йыл тәшкил итә. Сусҡасылыҡта К.я. үҙенсәлектәре инә малдарҙың күп үрсемлелеге (бер балалағанда уртаса 10—12 бала) м‑н билдәләнә. Көтөү структураһында түбәндәге төркөмдәр айырыла: ата сусҡалар, төп һәм тикшерелеүсе инә сусҡалар, имеүсе сусҡа балалары, имеүҙән айырылған сусҡа балалары, үрсем малы. Сәнәғәт тибындағы сусҡ‑ҡ комплекстарында һәр 100 төп инә сусҡаға — 50—60, тоҡомсолоҡ фермаларында 1:1 нисбәтендә тикшерелгән сусҡа булыуы маҡсатҡа ярашлы. Тоҡом ядроһына 25—30% төп инә сусҡа бүленә. Сусҡалар өсөн ҡауышыу йәше — 9—10 ай, быуаҙ осоро — 114—116 көн. Инә мал 4 йыл файҙаланыла. Һарыҡсылыҡта һәм кәзә аҫраусылыҡта яңыртыу үҙенсәлектәре ҡушыу (йәй аҙағында — көҙ башында йәки ҡыш башында) һәм бәрәсләү (ҡышҡы йәки яҙғы) миҙгеле м‑н бәйле. Көтөү структураһында түбәндәге төркөмдәр айырыла: нәҫел тәкәһе, инә мал, ваҡ тәкә, бәрән һарыҡ һәм бестерелгән һарыҡ тәкәләре. Тауар хужалыҡтарының көтөү структураһында инә мал өлөшөнә 50—60% тура килә. Һарыҡ өсөн ҡасырыу йәше — 16—18 ай, быуаҙ осоро — 150 көн. Инә мал 6 йылға тиклем файҙаланыла. К.я. 1,5 йәшлек бәрән һарыҡтар ярҙамында үткәрелә, улар инә малдар һанының 20%‑ын тәшкил итә. Йылҡысылыҡта бейәләр ҡушылыуға 3 йәштә ебәрелә. Респ. йылҡысылығында ҡушыуҙың төп миҙгеле булып апр.—июнь айҙары тора. Ат аҙбары‑көтөүлек йылҡысылығында ҡулдан, өйөр йылҡысылығында өйөрҙә тороҡтороу ҡулланыла. Бейәләрҙең быуаҙ осоро 340 көнгә тиклем дауам итә. Бейәләрҙе К.я. өсөн файҙаланыу ваҡыты — 18—20 йыл. Респ. К.я. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 30‑сы йй. башлап Аграр университетта, Ауыл хужалығы институтында алып барыла. А.х. малының нәҫелен яңыртыу, тоҡом сифаттарын өйрәнеү һәм нәҫел малдарының тоҡомдо дауам иттереү һәләтлеген арттырыуға, малс‑ҡта ныҡ, һау йәш мал алыуға — П.Д.Буслаев, И.Ф.Заянчковский, Х.Р.Солтанаев, Н.Г.Фенченко, сусҡ‑ҡта — А.В.Близнецов, йылҡ‑ҡта — В.С.Мөрсәлимов, И.А.Сайгин, Б.Х.Сатыев, һарыҡс‑ҡта Ф.Ә.Исламов, Т.Х.Мәхмүтова, Ш.Ғ.Усманов һ.б. ҙур өлөш индерә.

Әҙәб.: Махмутов К.З., Сатыев Б.Х., Самохвалов В.И. Коневодство Башкортостана. Уфа, 2001; Близнецов А.В. Производство свинины при интенсификации отрасли в условиях Южного Урала. М., 2002; Важенин В.Н., Лазаренко В.Н., Фенченко Н.Г. Молочный скот Урала и методы его совершенствования. Уфа, 2004.

З.З.Баҡаев, Р.С.Ғиззәтуллин, Б.Х.Сатыев, Н.Г.Фенченко

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке