КОРПАЧЁВ Андрей Геннадьевич (7.6.1959, Өфө), спортсы. Радиоспорт б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1986), бөтә Союз категориялы судья (1990). Рәсәйҙең почётлы радисы (1998). ДОСААФ‑тың Өфө берләштерелгән техник мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Б.В.Извольский, В.Г.Овчинников). Шәхси зачётта донъя (1979—86, 1988), СССР (1979), БДБ (2 тапҡыр, 1992), Рәсәй (2005) чемп., ҡыҫҡа тулҡынлы радиоэлемтә б‑са донъя чемпионаттарының көмөш (1990) һәм бронза (1991) призёры, ультра ҡыҫҡа тулҡынлы радиоэлемтә б‑са СССР (1985) һәм икебәйгелә Рәсәй (1995) чемпионы. Команда зачётында Европа (1986—87, 1989) һәм СССР (икебәйге — 1991) чемп., донъя һәм Европа чемпионаттарының көмөш призёры (2002). Ҡыҫҡа тулҡынлы радиоэлемтә б‑са Азия рекордсыһы (1981, 2006). СССР (1979 й. алып), БДБ (1992), Рәсәй (1993 й. алып) йыйылма командалары ағзаһы.

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Текст на русском языке