КӨСӨКОВ Раил Фазыл улы (28.3.1952, Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны Ҡолой а.), йырсы (лирик-драматик баритон). РФ‑тың атҡ. (2009), БР‑ҙың халыҡ (2000) һәм атҡ. (1997) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). Көсөковтар нәҫеленән. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1978; М.Ғ.Мортазина класы) БДОБТ солисы. Йылы тембрлы көслө тауышҡа эйә. Репертуарында 70‑тән ашыу партия, ш. иҫ. Валентин (“Фауст”, Ш.Гуно; дебют, 1978), Аҡмулла (“Аҡмулла”), Емельян Пугачёв (“Салауат Юлаев”), Онегин (“Евгений Онегин”, П.И.Чайковский), Фигаро (“Севилья цирюльнигы” — “Севильский цирюльник”, Дж.Россини). Аҡсәсән (“Урал илселәре”, 1982), Хикәйәләүсе (“Ҡара һыуҙар” — “Чёрные воды”, 1989), Платон (“Меmento”, 2000; икеһе лә — С.Ә.Низаметдинов), Мизгирь (“Ҡарһылыу” — “Снегурочка”, Н.А.Римский‑Корсаков, 2005), Ренато (“Бал-маскарад”, Дж.Верди, 2006) һ.б. партияларҙы; К.Орфтың “Carmina burana” кантатаһында баритон партияһын тәүге башҡарыусы. Концерт репертуарында сит ил, ватан комп. ариялары һәм романстары, башҡ. халыҡ йырҙары. Рәсәй, Германия, Мысыр, Португалия, Таиланд, Төркиә буйлап гастролдәрҙә була. Ғ.Әлмөхәмәтов ис. призға Респ. йәш йырсылар конкурсы (1978), Ғ.Сәләм ис. пр. (1982) лауреаты.

М.Ф.Луговая

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке