АЛЕКСЕЕВКА, Туймазы р‑нындағы ауыл, Соҡаҙыбаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 54 км һәм Ҡандра т. юл ст. К.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 345 кеше; 1920 — 298; 1939 — 528; 1959 — 264; 1989 — 244; 2002 — 232; 2010 — 257 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡарамалы-Ғөбәй урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, китапхана бар.

Ауылға 19 б. 80‑се йй. уртаһында Бәләбәй өйәҙендә Киев һәм Чернигов губ. күсеп килеүселәр нигеҙ һала. 20 б. башында А. Быков һәм Сафронов утарҙары м‑н ҡушылған. 1906 й. Алексеевский ширҡәте булараҡ теркәлгән. 20‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә.

Ш.У.Сәмиғуллина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.