КОРОЧКИН Пётр Георгиевич [12.2.1920, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Байҡыбаш а. (БР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны) — 28.8.1944, Васлуй ҡ. янында, Румыния], артиллерист, гвардия капитаны (1944). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү артиллерия уч‑щеһын тамамлаған (1941). 1939 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июненән Көнбайыш, Сталинград, Дон, 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 52‑се армия 69‑сы гвардия уҡсылар див. 139‑сы гвардия артиллерия полкының дивизион ком. гвардия капитаны К. 1944 й. 20—28 авг. Яссы-Кишинёв операцияһы барышында күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. К. исеме Бөрө ҡ. урамға бирелгән, шунда уҡ һәм Байҡыбаш а. ул уҡыған мәктәп биналарына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Фото: П.Г.Корочкин

Текст на русском языке