КӨҪӘПҠОЛ, ауыл, 1940 й. алып Ишембай ҡ. эсендә.

Ауылға Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1770 й. (ауылда И.И.Лепёхин булып киткән) алып билдәле. Улус старшинаһы Көҫәпҡол Азатов исеме м‑н аталған. 1795 й. 45 йортта 220 кеше йәшәгән. 1865 й. һуңынан бергә иҫәпкә алынған Үрге Көҫәпҡол (58 йортта — 227 кеше, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, игенселек, сана һәм арба яһау м‑н шөғөлләнгәндәр) һәм Түб. Көҫәпҡол (49 йортта — 275 кеше, шөғөлдәр араһында ш. уҡ ылаусылыҡ күрһәтелгән; мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған) аа. теркәлгән. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә, 2 һыу тирмәне, 3 бакалея кибете, мөгәзәй булған. Халҡы: 1906 й. — 664 кеше; 1920 — 721; 1920 — 721; 1939 — 1325 кеше. 1939 й. ҡарата Ишембай р‑нының Көҫәпҡол а/с үҙәге булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке