КОРОТКОВ Михаил Ефимович [28.07.1910, Һамар губ. Боғорослан өйәҙе Мартыновка а. (Ырымбур өлк. Әсәкәй р‑ны) — 1.8.1976, Октябрьский ҡ.], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР- ҙың атҡ. нефтсеһе (1965), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Урта Волга коммунистар вузын (Һамар ҡ., 1931) тамамлаған. 1937 й. башлап “Востокнефть” тресында эшләй, 1939 й. алып “Туймазанефть” тресы идарасыһы урынбаҫары, 1953 й. — “Башзападнефтеразведка” тресы идарасыһы, 1970—72 йй. “Башнефть” берекмәһенең Октябрьский быраулау эштәре идаралығы начальнигы. Маншыр нефть ятҡылығын, Шкапов нефть ятҡылығын, Дим, Раевка нефть ятҡылыҡтарын разведкалауҙы ойоштороусы. Ленин (1959), Окт. Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) орд. м‑н бүләкләнгән. Октябрьский ҡ. почётлы гражданы.

К.С.Баймөхәмәтов

 Тәрж. Л.Ф.Мәмбәтҡолова

Текст на русском языке