КОРОТЕЕВ Виктор Алексеевич (25.4.1937, Чапаевск ҡ.), геолог‑геохимик. РФА акад. (1992), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1983), проф. (1988). Томск ун‑тын тамамлаған (1959). Фәнни хеҙмәттәре вулкан ҡатламдарының палеовулканология һәм металлогения проблемаларына арналған. К. тарафынан Уралда палеозой вулканизмының структур һәм матди үҙенсәлектәре асыҡлана, формация‑геодинамика нигеҙендә Башҡортостандың палеовулканологик картаһы төҙөлә. Литосфера плиталары тектоникаһы нигеҙендә Урал һ.б. йыйырсыҡлы өлкәләрҙең тәрәндәге төҙөлөшө һәм геол. үҫеш тарихы концепцияһы авторҙашы. Уның етәкс. РФА‑ның Урал бүлексәһе Минералогия ин‑ты ойошторола. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Литосфера” ж. баш мөхәррире. РФА‑ның вулканология һәм палеовулканология б‑са комиссияһы рәйесе. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. лауреаты (2003). Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (1981).

Хеҙм.: Минерагения шовных зон Урала. Екатеринбург, 2010 (авторҙ.); Небокситовое алюминиевое сырьё России. Екатеринбург, 2010 (авторҙ.); Кианитовые руды России. Екатеринбург, 2012 (авторҙ.).

Лит.: Виктор Алексеевич Коротеев: к 75‑летию со дня рождения //Литосфера. 2012. №2.

В.А.Маслов

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Илл.: В.А.Коротеев

Текст на русском языке