КӨРШӘК, Иглин р‑нындағы ауыл, Сыуаш-Ҡобау а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 17 км һәм Сыуаш- Ҡобау т. юл ст. Т. табан 1,5 км алыҫлыҡта Лабау й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 177 кеше; 1920 — 218; 1939 — 199; 1959 — 185; 1989 — 182; 2002 — 210; 2010 — 219 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002).

Ауылға 1874 й. Өфө өйәҙендә Вятка губернаһы крәҫтиәндәре алпауыт Морозовтан һатып алынған ерҙәрҙә Куршаковский яңы ауылы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 35 йортта 182 кеше йәшәгән. 1906 й. һыу тирмәне теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. П.И.Пономарёв, Н.И.Симонова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке