КОРОСТЕЛЁВ Александр Алексеевич (27.9.1887, Һамар — 3.9.1937, Мәскәү), рев‑ция хәрәкәте һәм совет партия-дәүләт эшмәкәре. 1905 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1907—10 йй. бер нисә тапҡыр ҡулға алына һәм һөргөнгә ебәрелә. 1910 й. башлап Ырымбур баш т. юл оҫтаханаларында эшләй. 1917 й. марты—нояб. Ырымбур эшсе һәм һалдат депутаттары советы рәйесе, бер үк ваҡытта сент — нояб. РСДРП(б)‑ның Ырымбур губерна ком‑ты рәйесе. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы депутаты. 1918 й. ғин.—мартында Ырымбур губерна хәрби-революцион комитеты рәйесе урынбаҫары, 1918 й. апр. — 1920 й. мартында Ырымбур губерна эшсе, крәҫтиән, ҡыҙылармеец һәм казак депутаттары советы башҡарма ком‑ты рәйесе, бер үк ваҡытта 1918 й. июленән РККА Аҡтүбә ғәскәрҙәр төркөмөнөң сәйәси бүлек нач., 1919 й. ғин. — 1920 й. мартында РКП(б)‑ның Ырымбур губерна ком‑ты ағзаһы (1919 февр. тиклем — рәйесе). 1920 й. мартынан Ташкент т. юлы комиссары, сент. — Ҡырғыҙ АССР‑ының бәйләнеш юлдары халыҡ комиссары һәм РКП(б)‑ның Ҡырғыҙ бюроһы ағзаһы. 1921 й. башлап РСФСР Эшсе-крәҫтиән инспекцияһының коллегия ағзаһы, 1922 й. — СССР Мәғариф хеҙм‑рҙәре проф. союзының ҮК рәйесе, 1929 й. Бөтә Союз проф. союздарҙың үҙәк советы Президиумы ағзаһы. 1929 й. алып Мәскәүҙә хужалыҡ эшендә. 1922—25 йй. һәм 1927—30 йй. ВКП(б)‑ның Үҙәк контроль комиссияһы ағзаһы. 1937 й. репрессиялана (атыла), 1956 й. аҡлана.

Әҙәб.: Скутин И. Братья Коростелёвы. Челябинск, 1968.

Л.И.Футорянский

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке