КӨРКӘК, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Оло Ҡасаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 33 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта Гәрә й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 258 кеше; 1920 — 318; 1939 — 347; 1959 — 313; 1989 — 207; 2002 — 198; 2010 — 186 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға Бөрө өйәҙендә удмурттар нигеҙ һала, 1811 й. алып билдәле. 1865 й. 20 йортта 144 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. Г.Ғ.Ҡужәхмәтов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке