АЛЕКСЕЕВКА, Өфө р‑нындағы ауыл, Алексеевка а/с үҙәге. Өфөнән Т. табан 10 км алыҫлыҡта Сосновое күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 474 кеше; 1920 — 547; 1939 — 471; 1959 — 210; 1989 — 2454; 2002 — 3958; 2010 — 4611 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Урта һәм музыка мәктәптәре, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто (3 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы), 2 китапхана, сиркәү, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Мең улусында нигеҙ һалына, 1730 й. билдәле. 19 б. А.С.Демидованың (ҡара: Демидовтар) ағаһы надворный советник А.Ф.Моисеевтың имениеһы булған. 1865 й. 80 йортта 517 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Ел тирмәне булған. 1870 й. тиклем — А. 18 б. 2‑се ярт. нигеҙләнгән Моисеевка (Демидовка) а. м‑н, 1969 й. һуң 18 б. аҙ. нигеҙләнгән Сосновка (Демидовка) а. һәм 18 б. 2‑се ярт. нигеҙләнгән Тарбеевка а. м‑н ҡушылған. 1906 й. сиркәү, сиркәүәхәллә мәктәбе, 2 ел тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ш.С.Хәзиәхмәтов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.