КӨРӘШ, башҡорттарҙа борондан килгән спорт төрө, ике спортсының баҫҡан килеш бер‑береһенең биленә һалынған билбауҙы ике ҡул м‑н эләктереп бергә‑бер алышы. Саф еңеү көрәштәшен рөхсәт ителгән һәр төрлө алым м‑н келәмдән күтәреп алып салҡан (ҡалаҡ һөйәгенә) һалған көрәшсегә бирелә (аяҡ салыу һәм аҫтан тартып йығыу тыйыла). Еңеү ш. уҡ балдар б‑са ла бирелә ала. К. элек‑электән милли байрамдарҙың (ҡара: Һабантуй) айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Күп кенә төрки халыҡтарында бар. 20 б. 20‑се йй. К. цирк тамашалары программаһына ингән. 1932 й. К. тәүге тапҡыр Урал‑Кузбасс спартакиадаһы программаһына индерелә, унда башҡорт көрәшсеһе Х.М.Әминев абс. чемп. исемен яулай. 60‑сы йй. аҙ. Өфөлә Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы, 70‑се йй. башында “Уңыш” ДСО‑һы ҡарамағында К. б‑са тәүге секциялар ойошторола, 1991 й. Стәрлетамаҡ физик культура техникумында, 1999 й. Сибай институтында К. бүлексәләре асыла. 1948 й. башлап БР чемпионаттары үткәрелә. Республикала К. б‑са РСФСР һәм Рәсәй чемпионаттары Өфөлә (1961, 1976, 1980, 1984, 1999, 2001, 2011), Салауатта (1973), Октябрьскийҙа (1978, 1981), Туймазыла (1988) үткәрелә. К. б‑са РСФСР‑ҙың тәүге спорт мастерҙары — Ғ.Л.Ҡоҙаҡаев, Ф.Ғ.Ҡотдосов, Р.Ғ.Мортазин, М.Мәмлиев (бөтәһе лә — 1972). БР йыйылма командаһы — РСФСР (1973) һәм Рәсәй (1999, 2001) чемп., РСФСР (1972) һәм Рәсәй (2002—13) чемпионаттарының көмөш призёры. РСФСР чемп.: В.И.Ильясов, Х.М.Йосопов, А.А.Ким, Х.М.Ҡотошов, К.Х.Латипов, Ф.Х.Ураҙбахтин, С.М.Хөсәйенов һ.б. Рәсәй чемп.: Р.Ғ.Бикембәтов, Н.Й.Мөхәмәтйәнов, Д.Р.Сафин, А.Ә.Халиҡов, Ә.Ә.Хафизов, В.М.Хәйбуллин, А.Ә.Яҡупов, И.Й.Яҡупов һ.б. 2003 й. алып көрәш м‑н шөғөлләнгән күп кенә спортсылар билбауҙа көрәш ярыштарында сығыш яһай. Билбауҙа көрәш б‑са Өфөлә — донъя (2007) һәм Рәсәй (2005) чемпионаттары, Донъя кубогы (2012); Октябрьскийҙа Донъя кубогы (2011); Салауатта — донъя чемпионаты (2013) уҙғарыла. Билбауҙа көрәш б‑са донъя чемп.: Л.Ю.Балғазина, А.И.Бикбаев, С.Н.Потанин, А.Й.Әлимғужина (бөтәһе лә — 2007), Р.Р.Йәнекәев (2005, 2007—08), Ю.В.Сабанов (2006— 07), Р.Ғ.Аҡсурин (2010), А.Р.Рәхмәтуллин (2011—13), Р.Р.Арыҫланов (2012—13). Республикала К. б‑са спорт мәктәптәрендә 70‑кә яҡын бүлексә эшләй, уларҙа 16,5 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә (2012). 1966 й. алып БР Милли көрәш федерацияһы эшләп килә. К. м‑н тренерҙар Й.Д.Йосопов, Ҡоҙаҡаев, Мортазин, Г.М. Полько, Ураҙбахтин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке