КОРОПАЧИНСКИЙ Пётр Флегонтович [1865, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Златоуст ҡ. (Силәбе өлк.) — ?], дәүләт эшмәкәре. Дворяндарҙан. Тау ин‑тында (С.‑Петербург) уҡыған. 1890 й. алып Бөрө һәм Бәләбәй мировой судтарында, 1894 й. Златоуст крәҫтиән эштәре б‑са өйәҙ присутствиеһында эшләй. 1894 й. башлап Златоуст өйәҙ земство башҡармаһы ағзаһы, 1898—1901 йй. рәйесе. 1905—17 йй. Өфө губерна земство башҡармаһы рәйесе, бер үк ваҡытта Өфө ҡала думаһы ағзаһы, Өфө губерна дворяндар йыйылышы депутаты, 1914 й. алып армияға икмәк һатып алыу б‑са Игенселек министрлығы вәкиле һәм Өфө губернаһы халҡын аҙыҡ-түлек м‑н тәьмин итеү б‑са Махсус кәңәшмә рәйесе. 1917 й. март—июнендә Өфө губ. б‑са Ваҡытлы хөкүмәт комиссары. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Хеҙм.: Предварительные данные по экономическому исследованию проекта железнодорожного пути Оренбург—Стерлитамак—Уфа— Кунгур. СПб., 1913.

С.М.Исхаҡов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке