КӨНЬЯҠ УРМАН-ДАЛА ЗОНАҺЫ, Ауырғазы, Баҡалы, Ғафури, Дүртөйлө, Илеш, Кушнаренко, Ҡырмыҫҡалы, Өфө, Саҡмағош, Шаран р‑ндары, Ишембай һәм Бөрө р‑ндарының көнбайыш өлөшө (Ағиҙел й. һул яры) а.х. терр‑яларын үҙ эсенә ала. Ер майҙаны (мең га): 2028,2, ш. иҫ. ауыл хужалығы ерҙәре — 1332,7 (һөрөнтө ерҙәр — 775,1), урмандар — 577,3 (2011). Актив т‑ралар суммаһы (уртаса тәүлек т‑раһы 10°С юғары булған осор эсендә) 2100—2400°С тәшкил итә, Г.Т.Селяниновтың гидротермик коэф. — 1,0—1,2. Т‑раһы 10°С юғарыраҡ булған осорҙоң дауамлылығы — 130—140 көн, ҡырауһыҙ осор — 150—170 көн. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 450—470 мм, вегетация осоронда 230—270 мм. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 2,3—2,5°С. К.у.‑д.з. иген культуралары, йәшелсә культуралары, картуф, көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү тәҡдим ителә. Һөрөнтө ерҙәрҙең тупраҡ япмаһында йыуылған һәм типик ҡара тупраҡ (яҡынса 70%), һоро урман тупрағы (яҡынса 26%) өҫтөнлөк итә. К.у.‑д.з. агротехникаһының төп маҡсаттары: тупраҡ дымлылығын һаҡлау һәм арттырыу, һыу эрозияһына ҡаршы саралар, һөрөнтө ҡатлам төҙөлөшөн, фосфор күләмен, тупраҡтың башҡа физик-химик үҙенсәлектәрен оптималләштереү. А.х. производствоһының төп йүнәлеше — малсылыҡ‑игенселек. Шулай уҡ ҡара: Ауыл хужалығы зоналары.

Р.С.Кирәев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке