КӨНЬЯҠ УРАЛ ПУЛЕМЁТСЫЛАР УЧИЛИЩЕҺЫ, 1942 й. майында Чкалов өлк. Сорочинск ҡасабаһында ойошторола. 1942 й. июненән БАССР‑ҙың Благовещен ҡ. урынлаша. 5 батальондан тора. Уҡыу ваҡыты 6 ай тәшкил итә. Уч‑щела хәрәкәттәге армияның пулемёт подразделениелары өсөн офицерҙар әҙерләнә. Тамамлаусылар араһында П.Ф.Щербаков. 1943 й. июлендә ябыла. Уч‑ще нач.: полковниктар П.Г.Марченко (1942 й. майынан), А.М.Шепетов (1942 й. июненән), А.С.Кухаревич (1943 й. ғин. алып).

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке