КОРОЛЕВСКИЙ Алексей Григорьевич (13.9.1941, Өфө — 2013 й. сент., шунда уҡ), график. РФ‑тың (2008), БР‑ҙың (1997) атҡ. рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1970). Свердловск художество уч‑щеһын тамамлаған (1963; педагогтары Н.Г.Чесноков, С.П.Ярков). 1964 й. алып Өфөлә эшләй, 1967—84 йй. Башҡ‑н ижади‑производство комб‑ты рәссамы. К. төрлө техника файҙаланып баҫма (башлыса линогравюра, пластикалағы гравюра) һәм уникаль графикала эшләй. Эштәрендә хәҙ. заман сәнғәтенең новаторлыҡ тенденциялары м‑н классик гравюраның традицион алымдары тәбиғи яраша; улар образдарҙың тормошсан булыуы, монументаллек, экспрессивлыҡ, композицияларының күп планда хәл ителеүе, бушлыҡтың шартлы рәүештә ойошторолоуы, силуэттарҙың дөйөмләштерелеүе м‑н айырылып тора. 500‑ҙән ашыу китапты (ҡара: Китап графикаһы), ш. иҫ. Ғ.Ғ.Ибраһимовтың “Кинйә” (1977), Ш.Печтёфиҙың “Йәшәү һәм үлем” (“Жизнь и смерть”, 1980), Я.Х.Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” (1983), А.К.Толстойҙың “Кенәз Серебряный” (“Князь Серебряный”, 1990) әҫәрҙәрен биҙәй һәм уларға иллюстрациялар яһай. Станокта башҡарылған графика эштәре араһында тематик композициялары (“Башҡортостан — тыуған ерем”, 1969; “ХХ быуат — һынауҙар һәм еңеүҙәр осоро”, 1978; циклдары), образдары юғары хис тойғолар м‑н һуғарылған А.И.Хохлов (1985), С.Т.Аксаков (1992), Кинйә Арыҫланов (1997), Аҡмулла (2006) портреттары айырылып тора. Көнүҙәк соц. мәсьәләләр плакаттарында сағылған. 1964 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1970, 2001). Эштәре БДХМ, Милли музей, Венгрия милли музейы (Будапешт) коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Современное изобразительное искусство Республики Башкортостан. Живопись. Графика. Скульптура. Декоративно-прикладное искусство: кат. выст. /авт.‑сост. С.В. Игнатенко. Уфа, 2005.

Л.Н.Попова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Илл.: А.Г.Королевский. Алыш алдынан. Пластикалағы гравюра. 2006

Текст на русском языке