КОРОЛЁВА Ольга Геннадьевна (8.11.1977, Бөрө ҡ.), спортсы. Уҡ атыу б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997). Бөрө пед. ин‑тын тамамлаған (2000). Бөрө профсоюздары физкультура‑спорт йәмғиәте ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары З.Ә.Ситдиҡов, Л.А.Федосова). Шәхси зачётта Бөтә Рәсәй универсиадаһының көмөш призёры (1996—97) һәм Рәсәй чемпионатының бронза призёры (1997); команда зачётында Бөтә донъя универсиадаһының бронза призёры (1996). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1997).

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Текст на русском языке