АЛЕКСЕЕВКА, Вольдгейм, Благовар р‑нындағы ауыл, Алексеевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 41 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 57 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 339 кеше; 1939 — 447; 1959 — 524; 1989 — 416; 2002 — 354; 2010 — 367 кеше. Урыҫтар, немецтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Пришиб урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, сиркәү бар.

Ауылға 1906—08 йй. Өфө өйәҙендә алпауыт Базилевскийҙан һатып алынған ерҙәрҙә Екатеринослав һәм Таврия губ. күсеп килеүсе немецтар нигеҙ һала. Шулай уҡ 8‑се Вольдгейм, 8‑се колония булараҡ билдәле булған. П.С.Моор ошо ауылда тыуған.

А.Р.Ғайсин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке