КОРОЛЁВА Елена Владимировна (27.10.1973, Өфө), спортсы. Фристайл б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1993). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). Профсоюздар физкультура‑спорт йәмғиәтенең тау саңғыһы спорты б‑са ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе, 1994—99 йй. армияның спорт клубы өсөн сығыш яһай (Өфө; тренеры Л.П.Финк). Европа кубоктары этаптары еңеүсеһе (2 тапҡыр, 1996), Рәсәй чемп. (1999), Рәсәй чемпионаттарының көмөш (1993, 1996, 1999) һәм бронза (1997) призёры. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1992, 1994, 1998). СССР (1991), БДБ (1992), Рәсәй (1993—98) йыйылма командалары ағзаһы. 2007 й. алып тау саңғыһы спорты б‑са СДЮШОР‑ҙың уҡытыусы-тренеры.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке