КОРОЛЁВ, ауыл, 1992 й. алып Өфө составында, Киров р‑нының Искин а/с ҡарай. Өфөнән К. 30 км һәм Өршәк т. юл ст. К.‑Көнс. табан 14 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 74 кеше; 1920 — 202; 1939 — 213; 1959 — 171; 1989 — 123; 2002 — 105; 2010 — 122 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға Нуғай даруғаһы Мең улусының Муса (хәҙ. Шишмә р‑ны Иҫке Муса а.) һәм Һабыр аа. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә (1777 й. купчий ҡағыҙы б‑са бәләкәй поместье биләгән алпауыт Атаевтар һатып алған) нигеҙ һалына. Тетевник, 1865 й. Ивановка (Королёвка, Әтәс) исемдәре м‑н теркәлгән. 13 йортта 67 кеше йәшәгән. 1906 й. мөгәзәй булған. 70‑се йй. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. 1992 й. Өфө р‑нының Булгаков а/с ҡараған.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке