КӨНЬЯҠ ТАТАР КӨМБӘҘЕ, Волга-Урал антеклизаһының беренсе дәрәжәләге ыңғай тектоник структураһы. Татар көмбәҙе структураһынан Р.О.Хачатрян айырып күрһәтә (1979). Ҡатлаулы-үткел типҡа ҡарай. Башлыса БР терр‑яһында урынлашҡан. Көньяҡ-көнсығышҡа һуҙылған. Волга-Урал антеклизаһының үҙәк-ситке зонаһын биләй; төньяҡта — Төньяҡ Татар көмбәҙе һәм Үрге Кама уйпатлығы, төньяҡ-көнсығышта — Бөрө биләне һәм Благовещен уйпатлығы, көнсығышта — Шихан- Ишембай биләне, көньяҡта — Һайылмыш уйпатлығы, Ырымбур көмбәҙе һәм Быҙаулыҡ уйпатлығы, көньяҡ- көнбайышта Суҡ биләне һәм Мәләкәҫ уйпатлығы м‑н сиктәш. Оҙонлоғо 300 км яҡын, киңлеге 200 км. Көмбәҙ яны битләүҙәре һөҙәк, ауышыу мөйөштәре көньяҡ-көнсығышта һәм төньяҡ-көнсығышта кәмей. К.Т.к. башы, нигеҙҙә, фундаменттың Әлмәт сусағына тура килә. Вендта күтәрелгәндән һуң, К.Т.к. ҡалҡыу торошон һаҡлай. Төбәктә яңынан түбәнәйеүгә күсеү көнсығыш өлөшөндә конседиментацион грабен рәүешле Шаран-Туймазы, Серафимовка-Саҡмағош, Сергеевка-Дим, Таутөмән- Өршәк, Ишембай бөгөлдәре (һуҙылыуҙары субмеридиональ йүнәлештә, оҙонлоҡтары 300 км тиклем, киңлектәре 0,5—2,0 км) формалашыуы м-н бергә барған. Бөгөлдәрҙең көнсығыш ситтәре буйлап локаль нефтле ҡалҡыуҙары һәм блоктары булған урҙар барлыҡҡа килгән. Грабен рәүешле бөгөлдәр системаһы м‑н К.Т.к. блоктарға (террасаларға) бүленгән, улар Урал алды бөгөлөнә табан баҫҡыс-баҫҡыс булып ятҡан. Блоктарҙа локаль, ҡайһы берҙә ярым төбәк теҙмә участкаларҙа бөгөлдәр м‑н киҫешкән ҡалҡыу урындарҙа тар нефтле зоналар күҙәтелә. К.Т.к. ш. уҡ субкиңлектәге ур һымаҡ зоналар хас, уларҙы шыуыу структуралары булараҡ формалашҡан Серафимовка- Балтай, Кәпәй-Ҡобау, Солонцы- Асылыкүл, Ташлыкүл һ.б. урҙар (“һөйрәү йыйырсыҡтары”) хасил итә. Был зоналағы локаль ҡалҡыуҙарҙа нефть һәм газ ятҡылыҡтары урынлашҡан. Көмбәҙҙең структураһын фамен һәм өлөшләтә турней ултырмалары буйлап Аҡтаныш-Шишмә бөгөлө (уға рифтар һәм биогерм ҡоролмалар хас) ҡатмарлаштыра. Киҫелеш б‑са өҫтәрәк К.Т.к. структур планының рельефлылығы кәмей; көмбәҙҙең дөйөм структураһында локаль ҡатламдар терриген девон б‑са субмеридиональ, фамендан һуң — субкиңлек йүнәлешле. Аҫҡы пермь планы б‑са К.Т.к. Благовещен уйпатлығы м‑н ҡушыла, Урал алды бөгөлө м‑н киҫешкән ерендә һәм уның эсендә Шихан-Ишембай биләненә әйләнә. К.Т.к. сиктәрендә Туймазы нефть ятҡылығы, Шкапов нефть ятҡылығы, Серафимовка нефть ятҡылығы, Знаменка, Дим, Сатай, Раевка һ.б. нефть ятҡылыҡтары табылған.

Е.В.Лозин

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Текст на русском языке