КӨНЬЯҠ ҒӘСКӘРҘӘР ТӨРКӨМӨ, Рус армияһында, 1919 й. мартында Юғары баш командующий адмирал А.В.Колчак бойороғо б‑са Көнбайыш армия һәм Ырымбур армияһы частарынан ойошторола. К.ғ.т. составына 4‑се Ырымбур армия корпусы, 5‑се Стәрлетамаҡ армия йыйылма корпусы һәм 1‑се Башҡ. кавалерия полкы (ҡара: Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы) инә. Көнбайыш армия составында була. Граждандар һуғышы барышында 1919 й. март—майында Өфөнән көньяҡтараҡ РККА Көнсығыш фронтының Беренсе армияһына ҡаршы һуғыштар алып бара. 5 апр. К.ғ.т. частары Стәрлетамаҡ ҡ. ала, Ырымбур ҡ. яҡынлай. Апр. аҙағында Ҡыҙыл Армияның контрһөжүме барышында Көньяҡ Уралға сигенә. Колчак бойороғо б‑са 23 майҙа яңынан төҙөлгән Көньяҡ армия составына индерелә, төркөм штабы Көньяҡ армия штабы тип үҙгәртелә. К.ғ.т. командующийы — ген.-майор Г.А.Белов.

Р.С.Таймаҫов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке