КОРОБОВ Валерий Петрович (2.12.1965, Белорет ҡ.), тренер. Грек-рим көрәше б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2002), СССР‑ҙың спорт мастеры (1987). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2005). Стәрлетамаҡ физик культура ин‑тын тамамлаған (2005). Башҡ‑н өлкә советының Профсоюздар физкультура‑спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (тренеры П.Ф.Иващенко). Бөтә Союз турнирҙары еңеүсеһе (1987—88). 1987 й. алып Белорет металлургия комб‑ты һауыҡтырыу комплексының ДЮСШ‑нда, 2010 й. — 3‑сө ДЮСШ‑ла (Белорет) өлкән уҡытыусы‑тренер. Тәрбиәләнеүселәре араһында Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры А.И.Бикбаев, ш. уҡ 40‑ҡа яҡын Рәсәй спорт мастеры.

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Текст на русском языке