КОРНИЛОВ Геннадий Емельянович (19.3.1936, БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Иван‑Ҡыуалат а.), тел белгесе. Сыуашстан Респ. ФА акад. (2008), филол. ф. д‑ры (1990), проф. (1992). Сыуашстан Респ. атҡ. фән эшмәкәре (1997), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2011), РФ юғары мәктәбенең почётлы хеҙм‑ре (1997). Урал дәүләт ун‑тын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1960). 1965 й. алып Сыуаш АССР‑ы МС эргәһендәге Тел, әҙәбиәт, тарих һәм иҡт. ҒТИ‑ның ғилми хеҙм‑ре, 1968 й. — Сыуаш ун‑тында (икеһе лә — Чебоксар) эшләй: 1991 й. башлап дөйөм һәм сағыштырма-тарихи тел ғилеме каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1996 й. алып филол. ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге дөйөм тел ғилеменә, афразий, һинд-иран, картвель телдәре, монгол телдәре, славян телдәре, төрки телдәре, тунгус-манжур телдәре, фин-уғыр телдәре һ.б. телдәр материалында телара бәйләнештәргә; Волга буйы ономастикаһына, топонимикаһына; сыуаш теленең грамматикаһы, этимологияһы, диалектологияһы, лексикографияһы мәсьәләләренә һ.б. арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. вуздар өсөн уҡыу ҡулланмалары авторы.

Хеҙм.: К вопросу о способах образования башкирских гидронимов и оронимов //Вопросы топономастики. Свердловск, 1962. Вып.1; Евразийские лексические параллели. К уточнению объёма и характера булгаро-чувашско-венгерских лексических параллелей. Ч.1. Чебоксары, 1973; Этимология. Лингвистические исследования, критика и обобщения. Чебоксары, 2010.

Әҙәб.: Геннадий Емельянович Корнилов: биобиблиогр. материалы. Чебоксары, 2006.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Текст на русском языке