КОРНИЛОВ Виктор Михайлович (18.1.1952, Дәүләкән ҡ.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2011). БДУ‑ны тамамлаған (1983), 1972 й. алып шунда уҡ, 1978 й. — СССР ФА БФ‑тың Физика һәм математика бүлегендә, 1988 й. — РФА Өфө ФҮ‑нең физика бүлегендә эшләй. 1994 й. башлап Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тының полимерҙар физикаһы лабораторияһында, 2014 й. — БДПУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре системаһыҙ органик диэлектриктарҙың электрод эргәһе ҡатламдарындағы зарядлы процестар физикаһына арналған. К. тарафынан полигетероарилендарҙың субмикрон плёнкаларының электрофизик үҙенсәлектәре өйрәнелә, электроактив полимерҙар нигеҙендә эмиссион ҡыр катодын һ.б. эшләү ысулдары тәҡдим ителә. 150‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: К вопросу о высокой проводимости несопряжённых полимеров //Журнал экспериментальной и теоретической физики. 2006. Т.129. Вып. 4 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке