КОРНИЛАЕВА Гүзәл Ғәле ҡыҙы (22.7.1953, Өфө), офтальмохирург. Мед. ф. д‑ры (2004), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. табибы (2005). Ғ.Ғ.Ибраһимовтың ҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлаған (1976). 1980 й. алып Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда эшләй, бер үк ваҡытта 1987 й. башлап Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә уҡыу курстары мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре глаукома һәм унан һуңғы өҙлөгөүҙәрҙе, күҙ травмаларын, увеиттарҙы, күҙҙең ҡан тамырҙары ауырыуҙарын хирургик дауалау һәм ошо сирҙәре булған ауырыуҙарҙы аллоплант ҡулланып реабилитациялау ысулдарын эшләүгә арналған. Был алымдар БР-ҙың, РФ‑тың, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең дауалауиҫкәртеү учреждениеларында индерелгән. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Осложнённая глаукома. М. [и др.], 2005 (авторҙ.); Правильно ли мы оперируем глаукому? М., 2013 (авторҙ.); Регенеративная медицина. Уфа, 2014 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке