АЛЕКСЕЕВКА, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Рассвет а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 7 км һәм Аксаков т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 17 км алыҫлыҡта Күтәмә й. (Рә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 357 кеше; 1920 — 530; 1939 — 264; 1959 — 103; 1989 — 383; 2002 — 538; 2010 — 575 кеше. Сыуаштар, башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙендә нигеҙ һалына, 19 б. башынан билдәле. 1865 й. А. (Кесе Ҡырҡнарат) 61 йортта 311 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, балта эше м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. земство мәктәбе, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018