КОРНИЛАЕВ Сергей Григорьевич (20.2.1955, БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Сыуаш‑Ҡобау а.), спортсы. Ирекле көрәш б‑са СССР‑ҙың атҡ. спорт мастеры (1978). Үҙәк физик культура ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1984). “Хеҙмәт резервтары”, “Хеҙмәт” ДСО‑лары тәрбиәләнеүсеһе (икеһе лә — Мәскәү; тренеры В.И. Баринов). Олимпия уйындарының бронза призёры (1980), донъя чемп. (1978—79, 1981—82), Донъя кубоктарын яулаусы (1978, 1981), Европа (1984), СССР (1977—79, 1981—82), СССР халыҡтары спартакиадаһы (1983) чемп., Европа (1977) һәм СССР (1976, 1980, 1983) чемпионаттарының көмөш призёры, Тбилисиҙа үткән халыҡ‑ара турнир еңеүсеһе (1980). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1976—87). Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (1985). 2007 й. алып Иглин р‑нында йыл һайын үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар араһында К. призына бөтә Рәсәй турниры үткәрелә.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке