КОРНИЛАЕВ Павел Григорьевич (11.5.1952, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. табибы (2002), РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2013), СССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1987). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1975) Өфөнөң 6‑сы дауаханаһында эшләй, 1982 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре ҡорһаҡ тышсаһы һәм ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзалары ауырыуҙарын хирургик дауалау, хирургик антисептика, хирургик операцияларҙан һуң эренле өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеү һәм дауалау проблемаларына арналған. К. тарафынан ҡорһаҡ ярыһының йәбешмә ауырыуын диагностикалау һәм иҫкәртеү, эксплантаттар, композит трансплантаттар һәм бактерияға ҡаршы оҙаҡ ваҡыт йоғонтоло Абактолат хирургик тегеү материалы ҡулланып герниопластика ысулдары эшләнә, улар БР‑ҙың һәм РФ‑тың дауалауиҫкәртеү учреждениеларында ҡулланыуға индерелә. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 37 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Интраоперационная профилактика раневых гнойно‑воспалительных осложнений. Уфа, 1997 (авторҙ.); Хирургическое лечение больных послеоперационными вентральными грыжами. Уфа, 2000 (авторҙ.).

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке