КОРНИЛАЕВ Анатолий Николаевич (16.9.1923, Пенза губ. Акшенас а. — 19.3.2011, Железнодорожный ҡ., Мәскәү өлк. Пуршево а. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1943). Полковник (1975). Б.В. һуғышында, 1956 й. Венгриялағы һуғышта ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. РККА Хәрби акад. (1948, Мәскәү), Советтар Союзы Маршалы Б.М.Шапошников ис. “Выстрел” Үҙәк офицерҙар курсын (1958, Солнечногорск ҡ.) тамамлаған. Совет Армияһына 1942 й. БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 1942 й. окт. алып Көнбайыш, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 47‑се армия 317‑се гвардия танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкы батарея идаралығының взвод ком. гвардия лейт. К. 1943 й. 17 окт. Канев ҡ. янында Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1973) Орджоникидзе һәм Железнодорожный ҡҡ. эшләй. Ленин (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Тухватуллин Р. Укротитель тигров //Славные сыны Башкирии. Кн.4. Уфа, 1979.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Г.У.Казина

Текст на русском языке