КОРНЕЕВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Корнеевка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 46 км һәм Салауат т. юл ст. К.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Һуҡайлы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 156 кеше; 1920 — 311; 1939 — 329; 1959 — 198; 1989 — 849; 2002 — 901; 2010 — 1018 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1886 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы Мулла-Муса а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Тула һәм Тамбов губ. крәҫтиәндәре Корнеевский ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. Шулай уҡ Сергеевка исеме м‑н билдәле булған. 20 б. 20‑се йй. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке