КОРНЕВ Николай Константинович (21.5.1951, БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Иглин а.), спортсы. Мотоспорт б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1985). Төҙөлөш тресы №3 спорт мотоклубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Ғ.Ф.Ҡадиров, Б.А.Самородов, Н.Ф.Чернов). “Алтын шлем” призына халыҡ‑ара ярыштар еңеүсеһе (Австрия, 1976), шәхси ярыштарҙа СССР кубоктарын яулаусы (1980—81, 1983), РСФСР чемп. (1973), СССР чемпионаттарының (1975, 1984—85) һәм СССР халыҡтары спартакиадаһының (1975) көмөш призёры, СССР чемпионаттарының бронза призёры (1976, 1980), спидвей б‑са команда ярыштарында СССР (1979, 1981—83, 1988) һәм Рәсәй (1993) чемп., СССР (1975, 1979) һәм РСФСР (1983) халыҡтары спартакиадалары чемпионы. Боҙҙағы мотоуҙыштар б‑са шәхси ярыштарҙа СССР (1985) һәм РСФСР (1986) чемп., команда ярыштарында СССР чемп. (1985—87). Спидвей б‑са үҫмер спортсылар араһында СССР чемп. (1972). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1972—89).

Н.А.Ермоленко

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина