КӨНЬЯҠ АРМИЯЛАР ТӨРКӨМӨ. 1919 й. мартында Көнсығыш фронт Реввоенсоветы директиваһы м‑н РККА‑ла ойошторола. К.а.т. составына Беренсе армия (1919 й. апр. алып), Бишенсе армия (1919 й. апр.—майы), Төркөстан армияһы һәм 4‑се армия ингән. Граждандар һуғышы осоронда 1919 й. март—апр. Уральск, Лбищенск, Орск һәм Аҡтүбә ҡҡ. янында һуғыша. Апр. алып Һамар, Ырымбур һәм Уральск йүнәлешендә Көнбайыш армияға, Ырымбур армияһына, Урал армияһына һәм Көньяҡ ғәскәрҙәр төркөмөнә ҡаршы һуғыша. Боғорослан операцияһында (апр.—май), Бәләбәй операцияһында, Өфө операцияһында ҡатнаша. 1919 й. 15 авг. Төркөстан фронты итеп үҙгәртелә. К.а.т. командующийҙары: М.В.Фрунзе (1919 й. мартынан), Ф.Ф.Новицкий (1919 й. июленән).

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке