АЛЕКСЕЕВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Бишбүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 2 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Ҡорған й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 181 кеше; 1939 — 251; 1959 — 261; 1989 — 230; 2002 — 274; 2010 — 303 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Ял итеү йорто бар.

Ауылға 20 б. башында Бәләбәй өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Бишбүләк а. кешеләре нигеҙ һала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018