КОРИН ЗАВОДЫ, 1732 й. Ҡазан даруғаһы Ҫарылы-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Каринка й. (Кама й. басс.) буйында С.М. һәм Л.М. Красильниковтар баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары: Красильниковтар. 1732 й. эшләй башлай. 2 баҡыр иретеү, шплейзофен һәм 3 роштейн (баҡыр мәғдәнен иреткәндә барлыҡҡа килгән баҡыр м‑н тимер ҡатышмаһы) яндырыу мейестәре, крица һәм гармахер горндары, 1745 й. 4 баҡыр иретеү мейесе, 2 һынау, гармахер, штыклы һәм баҡыр йылытыу горндары, йәйеү сүкеше, 1797 й. 2 баҡыр иретеү һәм 3 роштейн яндырыу мейесе, 2 гармахер һәм шплейзофен горны була. 18 б. аҙ. К.з. 147 мең дисәтинәгә яҡын ер һәм 67 рудникка хужа була. 18 б. 70‑се йй. заводта 33 мастеровой һәм эшсе кеше иҫәпләнә. Эшләү дәүерендә яҡынса 39 мең бот саф баҡыр иретелә, уртаса етештереүсәнлек йылына 450 боттан ашыу тәшкил итә; макс. етештереүсәнлек — 1530 бот (1742). Крәҫтиәндәр һуғышы (1773— 75) йылдарында К.з. ҡыйратыла, эшләмәй. 1817 й. ябыла.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке