КӨНСЫҒЫШ ИҠТИСАДИ-ЮРИДИК ГУМАНИТАР АКАДЕМИЯҺЫ, дәүләт ҡарамағында булмаған юғары уҡыу йорто. Өфөлә урынлашҡан. 1993 й. Көнсығыш экстернат гуманитар ун‑ты булараҡ нигеҙ һалына, 1994 й. алып Көнсығыш иҡтисад, гуманитар фәндәр, идара итеү һәм хоҡуҡ ин‑ты, 2007 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Акад. составында 11 ин‑т бар, шуларҙың 5‑һе Өфөлә (өҫтәмә белем биреү; психология, соц.‑мәҙәни эш һәм журналистика; белем биреүҙең хәҙ. технологиялары; иҡтисад, информатика һәм идара итеү; юридик), 6‑һы БР һәм РФ ҡалаларында урынлашҡан; 6 урта проф. белем биреү учреждениеһы, ш. иҫ. Башҡ. иҡт.‑юридик техникумы (Өфө), “Көнсығыш университеты” нәшриәте, типография, китапхана һ.б. Тамамлаусыларға белгес квалификацияһы, бакалавр, магистр дәрәжәһе бирелә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 42 һөнәр һәм йүнәлеш б‑са алып барыла. 7 һөнәр б‑са аспирантура эшләй. Уҡытыусылар араһында Рәсәй ФА‑ның һәм БР ФА‑ның 2 мөхбир ағзаһы, 35 фән д‑ры, 22 фән канд. (2012). 30 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән. Институт Белоруссия, Бөйөк Британия, Ҡаҙағстан, Швеция һ.б. вуздары һәм фәнни үҙәктәре м‑н хеҙмәттәшлек итә. “Вестник ВЭГУ” ж., “Восточный университет” (“Көнсығыш университеты”) гәз. нәшер ителә. Ректоры — Е.Ҡ.Миңлебаев (1993 й. алып).

Е.Ҡ.Миңлебаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке