КОРЗНИКОВА Ғәлиә Фердинанд ҡыҙы (3.1.1957, Өфө), физик. Техник ф. д‑ры (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) “Меркурий”, 1980 й. алып ӨАИ эргәһендәге “Тантал” махсус конструкторлыҡ-технология бюроларында эшләй. 1986 й. башлап Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында: 1996 й. алып өлкән, 2008 й. — төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни тикшеренеүҙәре магнит материалдары физикаһына, металдарҙы, субмикро‑ һәм нанокристаллик структуралы иретмәләрҙе электрон‑микроскопик юл м‑н анализлауға арналған. К. тарафынан интенсив пластик деформация ярҙамында тимер‑хром‑кобальт системаһы иретмәләренән механик үҙенсәлектәре комплексы юғары булған даими магниттар алыу ысулы эшләнә. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Х.Я.Мөлөков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке