КӨНСЫҒЫШ ӘҘӘБИӘТЕ, Көнсығыш халыҡтары әҙәбиәте. К.ә. формалашыу һәм үҫеү осорҙары бер төрлө түгел: б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡта — мысыр һәм шумер, б.э.т. 2‑се мең йыллыҡта — һинд һәм ҡытай, б.э.т. 2—1‑се мең йыллыҡтарҙа фарсы әҙәбиәттәре барлыҡҡа килә; урта быуаттарҙа ғәрәп, япон һ.б. әҙәбиәттәр формалаша. Көнсығыш әҙәбиәттәре үҫеш кимәле, йөкмәтке һәм структур поэтика, жанр‑стиль системаһы һ.б. б‑са айырыла, ләкин К.ә. өсөн байтаҡ уртаҡ үҙенсәлектәр бар. Мәҫ., күп төрки халыҡтар әҙәбиәттәре, ш. иҫ. башҡорт әҙәбиәте, боронғо төрки әҙәбиәте нигеҙендә барлыҡҡа килеп, ғәрәп‑фарсы әҙәбиәте традицияларында үҫешә. Үҫештең билдәле этаптарында төрлө әҙәбиәттәр өсөн дә мифологияның үҙенсәлекле роле, шиғриәт жанрҙарының өҫтөнлөк итеүе, “күсеп йөрөүсе” образдар һәм сюжеттар кеүек һыҙаттар һ.б. хас. Бындай оҡшашлыҡтар халыҡтарҙың геогр. яҡынлығына, дин уртаҡлығына (ҡара: Ислам), иҡт., ижт.‑тарихи процестарға һ.б. бәйле була. Фарсы һәм ғәрәп әҙәбиәтенә ш. уҡ төрки халыҡтары вәкилдәре лә өлөш индерә. Әзербайжан Низами, төрөк Руми, үзбәк Науаи һ.б. әҫәрҙәре фарсы әҙәбиәтенең алтын фондына инә. 14 б. Мысырҙа сығышы б‑са башҡорт шағиры Насретдин ән‑Насыриҙың танылыуы т‑да мәғлүмәттәр һаҡланған. Урта быуаттар ғәрәп һәм фарсы әҙәбиәттәре көнсығыш мосолман әҙәбиәтенең классик ҡануны булған әҙәби форманы һәм жанрҙарҙы тәшкил иткән. Төркиҙәр ғәрәп‑фарсы поэтик формаларын уларға хас булған ритмдар, рифмалашыу һәм шиғри алымдар м‑н үҙләштергән. Байтаҡ төрки телле классик әҙәбиәт әҫәрҙәре (Ҡотбтың “Хөсрәү вә Ширин”, Хәрәзмиҙең “Мөхәббәтнамә”, Хөсәм Кәтибтең “Жөмжөмә солтан”, С.Сараиҙың “Гөлөстан биттөрки”) К.ә. барып тоташа.

Башҡортостанда ғәрәп һәм фарсы әҙәбиәте әҫәрҙәре киң таралған була. Башҡорттар төп нөсхәлә һәм төрки телендә тәржемәлә Табари, Рудаки, Фирҙәүси, Ғазали, Ғүмәр Хәйәм, Аттар, Казвини, Руми, Сәғҙи, Жәми һ.б. әҫәрҙәрен уҡый. Ҡулъяҙма һәм баҫма китаптар бик ҡиммәтле һаналған һәм быуындан быуынға тапшырылған. Китаптарҙың һанын арттырыу м‑н күсереп яҙыусылар шөғөлләнгән. Әҙәби әҫәрҙәрҙе таратыуҙың бер формаһы ятлап алыу булған; ошоға бәйле, “Тархан ҡыҙы һәм Йософ китабы” башҡ. риүәйәте һаҡланған, китапта Мысырға барып Йософ т‑дағы китапты (ҡара: “Ҡиссаи Йософ”) ятлап алған егет т‑да һүҙ бара. 19 б. аҙ. Ҡазанда К.ә. “Тутыйнамә”, “Кәлилә вә Димнә”, “Мең дә бер кисә” һ.б. әҫәрҙәре нәшер ителә, был уларҙың киң ҡатлам уҡыусылар араһында таралыуына булышлыҡ итә. Башҡ. һүҙ сәнғәте сюжеттары генезисында Көнсығыш мотивтары мөһим роль уйнай. Ғәрәп һәм фарсы әҙәбиәттәре нигеҙендә “Бәхтейәрнамә”, “Ләйлә менән Мәжнүн”, “Таһир менән Зөһрә”, “Әл-ҡисса Буҙйегет” һ.б. ижад ителә. Ғәрәп һәм фарсы әҙәбиәттәренән ғәзәл, дастан, ҡасидә, ҡисса, ҡитға, мәҙхиә, мәрҫиә, нәҫер, парса, робағи, тәмҫил, хикәйәт, хикмәт һ.б. әҙәби жанрҙар; рамлы (бер сюжет һыҙығында байтаҡ ваҡиғалар, эпизодтар туплана) һәм тартмалы (өҫтәмә, “әкиәт эсендә әкиәт”) композиция үҙенсәлектәре үҙләштерелә. Революцияға (1917) тиклем Башҡортостанда К.ә. ҡомартҡыларын йыйыу һәм өйрәнеү эпизодик характерҙа була. К.ә. әҫәрҙәре ҙур мәҙрәсә китапханаларында, Көнсығыш мосолман китапханаһында туплана. К.ә. өлкәһендәге тикшеренеүҙәрҙе М.И.Өмөтбаев һәм Р.Ф.Фәхретдинов башлай. К.ә. әҫәрҙәрен системалы өйрәнеү 20 б. 2‑се ярт. башлана. 1973—83 йй. археографик экспедициялар ваҡытында 4 меңдән ашыу берәмек көнсығыш ҡулъяҙмалары табыла, улар хәҙер Милли китапханала, ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында һаҡлана. Башҡ. әҙәбиәте һәм К.ә. бәйләнештәрен өйрәнеүгә Р.Н.Байымов, Ф.Ф.Ғайсина, Ф.Ш.Сибәғәтов, Ғ.Б.Хөсәйенов, И.К.Янбаев һ.б. башҡ. тикшеренеүселәренең эштәре арналған. К.ә. әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итеү эше алып барыла.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1‑се т. Өфө, 1990; Баимов Р.Н. Великие лики и литературные памятники Востока. Уфа, 2005.

Р.Н.Байымов, Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке