КӨНСЫҒЫШ ЕВРОПА ПЛАТФОРМАҺЫ, Урыҫ платформаһы, боронғо (рифейға тиклем) платформаларға ҡараған континенталь ер ҡабығының ҙур участкаһы. Геогр. урыны башлыса Көнсығыш Европа тигеҙлегенә тура килә. К.Е.п. йыйырсыҡлы өлкәләр (Урал, Карпат, Добруджа, Свентокшис тауҙары, Скандинавияның тау өлөшө) һәм плиталар (Скиф, Тиман‑Печора) м‑н сиктәш. К.Е.п. Балтика, Украина щиттарынан һәм Урыҫ плитаһынан тора. Майҙаны — 5,5 млн км2. К.Е.п. төҙөлөшөндә күп һанлы интрузиялар м‑н йыртылған архей‑аҫҡы протерозой метаморфик ҡатлауҙарынан һалынған кристалл нигеҙ һәм метаморфланмаған һөҙәк ятҡан ҡатламдарҙан торған ултырма япма айырыла. Урыҫ плитаһының ултырма япмаһында аҫҡы (авлакоген) һәм өҫкө (плита) комплекстары бүленә. Авлакоген комплексы кристалл нигеҙҙең тар, тәрән, оҙон уйпатлыҡтарында ятҡан рифей ултырмаларынан тора. Үҙ эсенә фанерозой ҡатламдарын индергән плита комплексы бер аҙ вулканик һәм интрузив тау тоҡомдары булған ултырма ҡатлауҙарҙан ғибәрәт; антеклиза һәм синеклиза һөҙәк структураларын барлыҡҡа килтерә. Ултырма япманың ҡалынлығы антеклизаларҙа — 1—2 км, синеклизаларҙа 10 км тиклем тәшкил итә. Башҡортостанда К.Е.п. респ. көнбайыш адм. сигенән Урал йыйырсыҡлы өлкәһенә тиклем терр‑яны биләй. Платформаның авлакоген комплексы — респ. сиктәрендә Кама-Ағиҙел бөгөлөндә һәм Серновод- Абдулла бөгөлөндә, плита комплексы Волга‑Урал антеклизаһында һәм Урал алды бөгөлөндә үҫешкән. Нигеҙҙең ятыу тәрәнлеге респ. көнбайыш авлакогендарында 8—10 км алып Урал алды бөгөлөндә 18—20 км тиклем. Урал алды бөгөлөнөң аҫҡы пермь ҡатламдарында — таш тоҙ ятҡылыҡтары, Волга‑Урал антеклизаһының девон, карбон һәм пермь ултырмаларында нефть ятҡылыҡтары, газ ятҡылыҡтары бар.

Әҙәб.: Милановский Е.Е. Геология России и ближнего зарубежья. М., 1996.

В.Н.Пучков

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке