КОРЗНИКОВ Александр Вениаминович (5.2.1956, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2000). ӨАИ-ны тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй (1981 й. алып — “Тантал” махсус конструкторлыҡ-технология бюроһында). 1986 й. башлап Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында: 1997 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 2007 й. — ғилми секретарь, 2011 й. — төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни тикшеренеүҙәре ҙур пластик деформациялар һәм нанокристаллик материалдар физикаһына арналған. К. ҡатнашлығында аҙ углеродлы ҡоростарҙан бүлмә һәм криоген т‑раларҙа юғары ныҡлыҡ сифаттарына эйә булған үтә ваҡ бөртөклө структуралы сым әҙерләмәләре; аҙ углеродлы аҙ легирланған ҡоростарҙан сүсле субмикрокристаллик структуралары төрлө типта булған (бөртөк ситтәре тигеҙләнеше төрлө дәрәжәлә булған бер фазалы, “микродуплекс” тибындағы ике фазалы феррит‑перлит структуралы, композитлы аустенит‑мартенсит структуралы), юғары ныҡлыҡтағы ҙур күләмле ярым фабрикаттар алыу ысулы уйлап табыла. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы.

Х.Я.Мөлөков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке